-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2021, 11:51

Ғата Сөләймәновтың «Ҡурай» китабының исем туйы:

.

Өфөлә Ф. Шаляпин исемендәге концерт залында Ғата Сөләймәновтың «Ҡурай» китабының исем туйы уҙҙы. Ғата Сөләймәнов – Башҡорт АССР-ның халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреты, ҡурайҙа уйнауҙың профессиональ мәктәбенә нигеҙ һалыусы.

«1985 йылда донъя күргән «Ҡурай» китабы күп йылдар инде музыка мәктәптәре, музыка училищелары уҡытыусылары өсөн уҡыу ҡулланмаһы булып тора. Ошо хеҙмәттең ҙур һорау менән файҙаланылыуын иҫәпкә алып, «Китап» нәшриәте Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты аҡсаһына йыйынтыҡты ҡабаттан баҫтырып сығарҙы», — тип һөйләне Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Артур Ғайсаров.
Сара Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт инситутының традицион муызкаль башҡарыу һәм этномузыкология кафедраһында квалификацияны күтәреү курсы барышында уҙҙы. Концертта кафедра уҡытыусылары һәм студенттары ҡатнашты.
Читайте нас в