-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2021, 20:38

ҠОБАУ ЫРЫУЫ ЙЫЙЫНЫ

Башҡорт ырыуҙары йыйындары дауам итәсәк, бөтә ырыуҙарҙан да ойоштороу мөрәжәғәттәре ҡабул ителеп бөткән. Киләһе йыйынды ҡайһы ырыу йыйыр һәм ҡайҙа үтер:

Билдәле булыуынса был ырыу вәкилдәре ике биләмәгә бүленеп донъя көтә. Бер өлөшө ошонда, Иглин районында булһа, икенсеһе Туймазы һәм Бүздәк райондарында.
Ҙур сара РСФСР һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы Мәғәфүр Хисмәтуллиндың бюстына сәскә һалыу менән бшланды.
Ҡобау ырыуы йыйынында ҡатнашыусылар күренекле ырыуҙашының исемен мәңгеләштереү буйынса эштәрҙе дауам итмәксе. Мәғәфүр Хисмәтуллинға Өфөлә һәйкәл асылырға тейеш, тигән тәҡдим менән сығыш яһаны. Данлыҡлы йырсының исемен йөрөткән Балалар сәнғәт мәктәбен төҙөү ҙә һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Йыйында Ҡобау ырыуы советы һайланды.

Бөгөнгө сарала тәүге тапҡыр ырыу гимны яңғыраны. Уның һүҙҙәрен һәм көйөн һәүәҫкәр композитор Фәниә Дауытова яҙған. «Мин үҙем Бөрйән ырыуынан, Ырымбур башҡортомон. Тиҫтә йылға яҡын Иглинда, Ҡобау ырыуы башҡорттары ерендә йәшәйем. Гимнды илһамланып, бер тында яҙҙым. Һәр кем тарихын белһен, ғорурланып йәшәһен!» —ти гимн авторы Фәниә Дауытова.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы Рәйесе Эльвира Айытҡолова фекеренсә, башҡорт ырыуҙары йыйындары шәлкеме Башҡорт тарихы йылының иң әһәмиәтле сараһына әйләнде.

«Бер-беребеҙҙән тәжрибә алыу, фекер уртаҡлашыу өсөн ырыуҙар йыйынының әһәмиәте ҙур. Быйыл ундан ашыу ырыуҙың осрашыуы үтте, һәр ырыуҙың йәмәғәт активы һайланды, башлыҡтар тәғәйенләнде һәм гимн, герб кеүек символик билдәләр ҡабул ителде. Беҙҙеңсә, ырыуҙар хәрәкәтенең киләсәге—юридик рәүештә коммерцияға ҡарамаған ойошма итеп теркәлеүҙә. Мең ырыуы тәжрибәһен миҫал итеп килтерәм. Улар күп проекттар атҡара. Проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа грант йәлеп итергә мөмкин» — тине Эльвира Айытҡолова Иглин районында үткән Ҡобау ырыуы йыйынындағы сығышында.
Йәмәғәтселек хәрәкәтен юғары баһалап, Эльвира Айытҡолова шулай туған телде һәм тарихты һаҡлауҙа һәр кемдең шәхси яуаплылығы хаҡында иҫкә төшөрҙө: «Рәсәй Президенты В.Путин да билдәләп китте- мәҙәниәтте, телде һаҡлауға дәүләт яғынан ҙур иғтибар бирелә. Беҙҙең республика Башлығы Радий Хәбиров тарафынан да телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Кисә генә Татарстанда туған телде уҡытыу һәм милли мәктәптәрҙе үҫтереү тураһында ике республика хөкүмәте вәкилдәре фекер алышты. Шулай ҙа, телде һаҡлау— тарихсылар, хөкүмәт вәкилдәренең генә бурысы түгел, ошо залда ултырыусыларҙың һәр береһе яуаплы. Әле мәктәптәрҙә туған телдәрҙе һайлау процесы бара. Бына ошо эштән ситтә ҡалмайыҡ. Балаларыбыҙ туған телебеҙҙә өйрәнһен. Ғаризалар яҙайыҡ, балалар туған телде өйрәнһен!» — тип саҡырҙы Башҡортостан хөкүмәте вице-спикеры
«Башҡорт ырыуҙары йыйындары дауам итәсәк, беҙ бөтә ырыуҙарҙан да ойоштороу мөрәжәғәттәрен ҡабул иттек. Ошо Башҡорт тарихы йылында барлыҡ башҡорт ырыуҙарын да ҡорға йыйып өлгөрөрбөҙ, тип ышанабыҙ», тине Эльвира Айытҡолова.
Ҡорға Саҡмағош районы вәкилдәре лә килгәйне, штандарт нәҡ уларға тапшырылды.

21 май Саҡмағошта Дыуан ырыуы йыйыны үтә.
https://kurultai.ru/ru/
Читайте нас: