Йома Өфөлә «АРТ-Ҡоролтай» беренсе мәҙәниәт форумында Радий Хәбиров «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы буйынса бойороҡҡа ҡул ҡуйыуын белдерҙе. Көҙҙән башлап ауыл учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә 500 мең һумлыҡ тәүге 60 грант тапшырыла. Рәсәй Федерацияһының барлыҡ субъекттары муниципалитеттарында ошо дәүләт ярҙамы прогаммаһын бик көтәләр.