Рәсәй Президенты хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко “Белем” йәмғиәтенең күҙәтеү советы рәйесе итеп һайланды. Был турала ойошманың матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Мәскәүҙә “Белем” Рәсәй йәмғиәтенең III съезында ойошманың яңы етәксе составы раҫланды һәм уның артабанғы эшмәкәрлегенең йүнәлештәре билдәләнде. Съезд ҡарарына ярашлы күҙәтеү советы рәйесе итеп Рәсәй Президенты хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко һайланды.
Матбуғат хеҙмәте билдәләүенсә, күҙәтеү советы рәйесенең ярҙамсылары итеп Президент ярҙамсылары Владимир Мединский, Максим Орешкин, Андрей Фурсенко, шулай уҡ Любовь Духанина ҡуйылды.
Ойошмала билдәләүҙәренсә, “Белем” йәмғиәтенең генераль директоры итеп "Нетология-групп" холдингына һәм "Фоксфорд" уҡырға өйрәтеүсе онлайн-сервисына нигеҙ һалыусы, шулай уҡ "Лидеры России. Политика" конкурсында еңеүсе Максим Древаль һайланды.