+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Май 2021, 13:25

КҮРМӘЙ ҠАЛМАҒЫҘ!

“Шәмсетдин һәм Шәмсура” - Хәйбуллала.

Ошо көндәрҙә Хәйбулла районында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры гастролдәре үтә:

7 майҙа – Аҡъярҙа (20.00 сәғ) "Яҙ, һөйөү һәм Еңеү” концерты

8 майҙа – Аҡъярҙа (14.00 сәғ.) һәм
9 майҙа — Бүребай мәҙәниәт һарайында (11.00 сәғәттә) “Шәмсетдин һәм Шәмсура” спектакле күрһәтеләсәк.

“Яҙ, һөйөү һәм Еңеү” исемле концерт-тамашала Хөрмәтулла Үтәшев, Алһыу Бәхтиева, Алмас Әмиров, Сәғиҙулла Байегет, Гөлфиә Рафиҡова, Руслан Ғәлимов, Милена Сираева, Морат Рафиҡов, Алмаз Йосопов, Азат Вәлитов, Айҙар Шәмсетдинов, Әлфирә Зәһиҙуллина ҡатнашалар. Мөхәббәт, тыуған ил тураһында йырҙар яңғыраясаҡ, спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтеләсәк. Шулай уҡ тамаша сиктәрендә Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшевтең “Таштуғайҙың ике батыры” исемле китап-альбомының исем туйы үтәсәк.

Талха Ғиниәтуллин әҫәрҙәре буйынса Хөрмәтулла Үтәшев сәхнәләштергән “Шәмсетдин һәм Шәмсура” спектакле Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап ҡуйылды. Спектаклдә хәл-ваҡиғалар госпиталдә башлана: һалдаттарҙың һәр береһенең үҙ яҙмышы, улар ғаиләһен, тыуған йортон һағына. Ике күҙе лә йәрәхәтләнгән Шәмсетдин дә, һуғыш ҡалдырған яралары төҙәлер, бәхете булыр, тип өмөтләнеп: «Ҡатынымдан уңдым, егеттәр, Аллаға шөкөр» – тип маҡтанып ала башҡалар алдында. Шәфҡәт туташы Шәмсүрә аша яҙған хаттарына яуап килмәһә лә өмөтөн юғалтмай ул, әммә тыуған яҡҡа ҡайтып төшөү менән уны оло һынауҙар ҡаршылай… Шәмсетдиндең тән яраһына ҡарағанда, йән яраһы нығыраҡ әрней. Ул яраларҙы нисек уңалтырға? Бәхетле булырға өмөт бармы?

Спектаклдә концерт-тамашала ҡатнашҡан артистар уйнай. Әйткәндәй, был спектаклдә өс Хәйбулла егете яҡташтары алдында һынау тота: спектаклдең режиссеры, Ғәлимйән Иҫәнғолов ролендә уйнаусы Хөрмәтулла Үтәшев – Таштуғайҙан, төп геройҙы уйнаған Морат Рафиҡов – Мәмбәттән, Дмитрий Болдырев ролендә уйнаусы Айҙар Шәмсетдинов – Йәнтеш ауылынан.

Яҙ, һөйөү һәм Еңеү – беҙҙең күңелдәргә шатлыҡ биреп торған төшөнсәләр. Тамашаларға рәхим итегеҙ!
Читайте нас: