9 майға тиклем Башҡортостан почтаһы 40 меңдән ашыу ветеранға Бөйөк Еңеү көнө уңайынан ҡотлау хаттары таратасаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путин исеменән әҙерләнгән открыткалар почта бүлексәләренә айырым партия менән еткерелә. Конверттарҙың тышҡы яғы иҫәтелекле даталар, һалдаттар, тылда ҡалған балалар һәм ҡатындар һүрәттәре менән биҙәлгән. Хаттар менән эшләүсе почта хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, ҡотлау сәләмдәрен таратыу мөһим һәм тулҡынландырғыс сараларҙың береһе.