+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Апрель 2021, 09:00

Башҡортостанда этноауыл барлыҡҡа килеүе ихтимал

Проект эш өҫтөндә.

Кисә Салауат районында башҡорт батыры, шағир, яугир Салаут Юлаевҡа бағышланған кәңәшмә үтте. Унда ғалимдар, йәмәғәт ойошмалары, төньяҡ-көнсығыш башҡорт ырыуҙары ҡатнашты.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Тәкәй ауылында батырҙарҙы иҫкә алды. Хәҙер был ауыл юҡ. Урындағы йәмәғәт активистары тарафынан бында таштан тирмә ҡоролған. Шулай уҡ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының йәштәр хәрәкәте һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары тарафынан иҫтәлекле таш ҡуйылған.

Салауат районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Тәкәй ауылы урынында тарихи-этнографик ауыл төҙөү планлаштырыла. Проект эш өҫтөндә.
https://vk.com/kurultaibashkir
Читайте нас: