Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Апрель 2021, 17:00

«Түбәтәй» халыҡ-ара мәҙәниәт фестивале

Ул 2022 йылда Башҡортостанға арнала.

2018 йылдан Мәскәүҙә йыл һайын «Түбәтәй» көнсығыш баҙары» халыҡ-ара мәҙәниәт фестивале уҙғарыла. Башҡортостан вәкилдәре лә унда ҡатнашып төбәктең милли мәҙәниәте, туризмы һәм билдәле брендтары менән таныштыра.

Быйыл Башҡортостан Республикаһы исеменән «Илһам» театры һәм «Аҡ тирмә» фольклор коллективы сығыш яһаны. Күргәҙмәгә килеүселәргә башҡорт костюмдарында дефиле, халыҡ бейеүҙәре һәм йырҙары, йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре күрһәтелде.

Быйылғы фестивалдең иң әһәмиәтле мәле — эстафета Ҡырғыҙстандан Башҡортостан вәкилдәренә тапшырылды. 2022 йылда сара республикабыҙға арналасаҡ.

Мәҙәниәт фестивале йыл һайын мәскәүҙәрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын Рәсәй һәм башҡа илдәрҙең мәҙәни-художество, тарихи мираҫы менән таныштыра. Биҙәү-ҡулланма сәнғәтенә, халыҡтарҙың традицияларын һаҡлауға, шулай уҡ милли аш-һыуға һәм ғөрөф-ғәҙәттәргә ҙур иғтибар бирелә.

#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #башҡорттар #башкирымосквы #Мәскәү #мәҙәниәт #тарих
Читайте нас в