+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2021, 09:00

23 апрелдә Туймазыла Ыҡ буйы ырыуҙары йыйыны була

Районда ете башҡорт ырыуы вәкилдәре йәшәй.

Районда ете башҡорт ырыуы - Әйле, Йылан, Ҡаңлы, Ҡатай, Ҡобау, Ҡырғыҙ, Тамъян вәкилдәре йәшәй. Йыйын барышында уларҙың тарихы, бөгөнгөһө, киләсәге тураһында сығыштар көтөлә. Шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары бойомға ашырған проекттар менән дә таныштырып китәсәктәр. Шуларҙың береһе - легендар Башҡорт кавалерия дивизияһы составында алышҡан ата-бабаларыбыҙҙың исемдәрен мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән "Шайморатовсылар" проекты. Туймазы төбәгенең тыуған яҡты өйрәнеүселәре ошо темаға ла сығыштар әҙерләй.

#курултай #ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #ЫрыҙарЙыйыны #Туймазы #БашҡортТарихыЙылы #ГодБашкирскойИстории
Читайте нас: