+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Апрель 2021, 09:00

Заманса башҡорт операһы лабораторияһы

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында композиторҙар араһындағы бәйге еңеүселәре билдәле булды.

Улар Урал Иҙелбаев, Олег Ҡасимов, Зөлфиә Рәүепова, Борис Вишневский, Галина Йыһанова һәм Рөстәм Сәғҙиев. Ижадсыларға уҡыуҙар, лекциялар ойошторола. Композиторҙар эштәрендә милли һыҙаттарға өҫтөнлөк биргән.
Конкурстың төп шарттарының береһе либреттоны башҡорт легендалары, әкиәттәре, эпостары, һәм төбәк тарихына нигеҙләнеп яҙыу. Еңеүсе композиторҙарҙың әҫәрҙәренән ҡыҫҡа тамашалар ҡуйыласаҡ. Артабан театр труппаһы опера яҙыу өсөн иң яҡшы либреттоны һайлап ала. Проект Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ фонды гранты иҫәбенә ойошторола.
Рәмилә Исмәғилева
Читайте нас: