+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель 2021, 20:53

Башҡортостанда журналистарҙың эш хаҡын 25 процентҡа күтәрәләр.

Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 16-17 апрелдә Ғафури районында үткән «Медиайыйын» милли киң мәғлүмәт саралары форумында хәбәр итте.

Башҡортостанда "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы журналистарының эш хаҡы 2022 йылдың 1 ғинуарынан 25 процентҡа артасаҡ. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 16-17 апрелдә Ғафури районында үткән «Медиайыйын» милли киң мәғлүмәт саралары форумында хәбәр итте. "Был маҡсатҡа 74 миллион һум күләмендә өҫтәмә финанслау бүленәсәк. Ә был инде 2022 йылдың 1 ғинуарынан эш хаҡын 25 процентҡа күтәрергә мөмкинлекте арттырасаҡ", - тине Радий Хәбиров. «Медиайыйын» киң мәғлүмәт саралары милли форумы Башҡортостанда беренсе тапҡыр Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы ярҙамында үтте. Туған телдә яҙыусы гәзит һәм журнал корреспонденттары Башҡортостандың Ғафури районында тармаҡтың мөһим мәсьәләләрен хәл итергә йыйылды. Шулай уҡ уларға социаль селтәрҙәрҙә эшләү, яңылыҡтар эҙләү, баҫманың сайтында трафикты үҫтереү һәм башҡа мәсьәләләр буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде.
Читайте нас: