+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2021, 08:30

Биш төбәк – алдынғы туристик йүнәлештәр иҫәбендә

Башҡортостан лидер-төбәктәр араһындамы?

Рәсәйҙең Туроператорҙар ассоциацияһы төҙөгән рейтингка ярашлы, йыл башынан биш төбәк – рәсәйҙәр араһында алдынғы туристик йүнәлештәр иҫәбендә. Туроператорҙар ассоциацияһы президенты Илья Уманский һүҙҙәренсә, был рәсәйҙәрҙең яңы урындарҙы күрергә теләүе менән бәйле.
«Беренсе урында – Мурманск өлкәһе, артабан Калининград өлкәһе, өсөнсөлә – Башҡортостан, исемлектә Дағстан һәм Төньяҡ Осетия ла бар. Быға тиклем әлеге йүнәлештәр бер ҡасан да лидер булманы», — тине Уманский «Вечерняя Москва» радиостанцияһына интервьюһында.
Уның фекеренсә, сит илгә сәйәхәттәрҙе сикләү Рәсәй туристарына ил төбәктәренең тәбиғәте һәм мәҙәниәте менән танышыу, яңы тәьҫораттар алыу өсөн этәргес булып тора.
Пляжда ял итергә яратыусылар Төркиә урынына Ҡара диңгеҙ буйына өҫтөнлөк бирергә мөмкин, тип иҫәпләй Туроператорҙар ассоциацияһы вице-президенты.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: туризм
Читайте нас: