16 апрель - Башҡортостан халыҡтарының Милли кейем көнө. Милли кейем — милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, ижади ҡеүәһен күрһәткән дәлил. Һәр төбәктең үҙенә генә хас ҡабатланмаҫ биҙәктәре бар. Халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын, ата-бабалар ҡомартҡыһын бар донъяға танытыу өсөн был байрам йылына ике тапҡыр билдәләнә.