Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Урал Килсенбаев Башҡортостан Башлығының сәләмләүен уҡып ишеттерҙе. Элек-электән республиканың социаль-иҡтисади именлеге, ғаиләлә тыныслыҡ һәм етеш тормош ир-егеттәргә бәйле булған – «Яҡшы ир – ил терәге», тигән башҡорт халыҡ мәҡәлен иҫенә төшөрҙө Радий Хәбиров. Ул шулай уҡ ир-аттарҙың, элекке кеүек үк, көслө һәм үҫешә барған Башҡортостан өсөн хеҙмәт итеренә ышанысын белдерҙе.
Урал Килсенбаев иһә үҙенең тотош республиканан абруйлы ир-уҙамандарҙың түңәрәк өҫтәл артына йыйылып кәңәшләшеү йолаһының тергеҙелеүенә ныҡ шат булыуын әйтте. «Башҡорттар борон-борондан көнүҙәк мәсьәләләрҙе бергәләп, аҡһаҡалдар ҡоронда хәл иткән. Бөгөнгө форум да ошо йоланың үҙенсәлекле дауамы ул», — тине ул.
Башҡортостан ир-егеттәре форумын ойоштороусы – республика Башлығы Хакимиәте булышлығында Башҡортостан Республикаһының «Ирҙәр ҡоро» төбәк йәмәғәт ойошмаһы. Сараның төп бурыстары – Ирҙәр ҡороноң эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, ойошманың проекттары координаторҙары берлеген төҙөү, хәҙерге йәмғиәттә ирҙәрҙең һәм атайҙарҙың социаль статусын күтәреү, уларҙың Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешенә индергән өлөшөнә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, ир-егеттәрҙе ҡала, район һәм ауылдарҙың йәмәғәт тормошона нығыраҡ йәлеп итеү.