+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2021, 09:30

"Халыҡҡа әҙер булырға кәрәк"

Яҙғы ташҡын әле сигенмәй

Өфө, Ағиҙел һәм Дим йылғаларыда һыу күтәрелеүе көтөлә. Бөгөн Хөкүмәттә яҙғы ташҡын буйынса үткән брифингта ошо турала белдерелде. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров әйтеүенсә, әле Ағиҙел һәм Өфө йылғаларындағы һыу кимәле ҙур гидроҡоролмалар ярҙамында бер кимәлдә тотола, Дим таша башлаған. Халыҡҡа әҙер булырға кәрәк, тине ул һәм һыу баҫыу хәүефе янаған ауылдарҙы ла атаны.
Республикалағы 15 районда яҙғы ташҡынға бәйле хәл ҡатмарлы ҡала. Өфө, Бишбүләк, Белорет, Ҡырмыҫҡалы, Дыуанда йылғаларҙа боҙ тығылыу йәки ҡар иреү сәбәпле ауылдарға һыу үтеп инде. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы белгестәре тығындар барлыҡҡа килгән урындарҙа боҙ шартлатыу эше алып бара. Һыу баҫҡан ауылдарҙа кешеләр ваҡытлыса йәшәү пункттарына урынлаштырыла. Улар аҙыҡ-түлек һәм һыу менән тәьмин ителә. “Зыян күргән төбәктәрҙә эсер һыуға иғтибарлы булырға кәрәк”, - тине Башҡортостан буйынса Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау идаралығы вәкиле Лариса Кильдюшова.
Республикала ташҡындан зыян күреүселәргә “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәр штабы ярҙам итә. Башҡарма комитеттың төбәк етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров белдереүенсә, халыҡтан заявкалар ҡабул ителә. Бәйләнеш телефоны: 8-800-201-89-03.
Читайте нас: