+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2021, 16:00

Башҡорттарҙың күпмеһе ситтә йәшәгәнен беләһегеҙме, дуҫтар?

Урамдары, ауылдары менән Китә ирҙәр, китә Себергә...

Башҡорттарҙың 25 проценты Башҡортостандан ситтә йәшәй. Шуларҙың 35 меңдән ашыуы Ханты-Манси автономиялы округы- Юграға тура килә. Былар – рәсми һандар. Ә күпмеһе теркәлеүһеҙ һәм вахта ысулы менән эшләй?! Уларҙың көнитмеше һәм рухиәте нисек? Күптән түгел округта башҡорт мәҙәните һәм мәғрифәте көндәре уҙғарылды. Түбәнге Варта ҡалаһында башланды ул.
Түбәнге Варта ҡалаһы “ҡара алтын”дың өҫтөндә ултыра. Көнбайыш Себерҙең иң бай нефть ятҡылығы – “Самотлор нефте”, тип атала ул. Башҡорттар был ҡалаға күпләп уҙған быуаттың 80-се йылдарында килеп урынлашҡандар. Өсөнсө быуын йәшәй улар бында.
Түбәнге Вартала “Дуҫлыҡ” мәҙәни, “Югра башҡорттары” исемле йәштәр төбәк ойошмалары эшләй. Башҡорт балалары күп. Ата-әсәләр яңы уҡыу йылында йәкшәмбе мәктәбе асыу ниәте менән яна. Ҡала мәғариф департаменты бина менән ярҙам итергә әҙер, тик ата-әсәләргә документтар юллауҙа әүҙемерәк эшләргә генә ҡала.
Себерҙә нефть табыу һәм уны эшкәртеү сәнәғәтендә, ҡалалар төҙөүҙә башҡорт ир-егеттәренең фиҙакәр хеҙмәте, өлөшө ҙур. Лянтор һәм Түбәнге Сортым нефть табыу идаралыҡтарының тәүге етәкселәре – Башҡор тостандан. Улар – Мөхтәр Назарғәлиев һәм Туймазы районы Атнағол ауылынан ҡаңлы башҡорто Зиннур Хөсәйенов. Сәфәр барышында Башҡортостан делегацияһы уларҙың бюстарына сәскәләр һалды.
Осрашыу барышында округта йәшәгән милләттәштәребеҙгә Бөтә донъя башҡорттары иғлан иткән проекттарҙа әүҙем ҡатнашырға тәҡдим ителде. Шул йәһәттән, Себер ере, Рәсәй нефте өсөн фиҙакәр эшләгән яҡташтарыбыҙҙың да исемдәрен асыҡлау һәм мәңгеләштереү тора.
Себерҙә тыуған башҡорт балаларының туған телен һаҡлау көн үҙәгенә баҫа. Район һәм ҡала мәғәриф департаменттары менән рәсми һөйләшеүҙәрҙә һүҙ ошо хаҡта барҙы. Рәсәй мәғариф ҡануниәте шарттарына ярашлы әсә телен нисек уҡытырға? Күп осраҡта йәкшәмбе мәктәбе форматында, тигән яуаптар яңғыраны. Быға тиклем Сорғотта бер йәкшәмбе мәктәбе эшләһә, хәҙер улар икәү. Мәртәбәле сарала Башҡортостан Мәғариф Министрлығы исеменән был мәктәпкә интерактив таҡта, проектор һәм ноутбук бүләк ителде.
Мәҙәниәт һәм мәғрифәт көндәре Ханты-Манси автоном округында йәшәгән милләттәштәребеҙҙең ижтимағи эшмәкәрлеге, көнкүреше, йәшәйеше менән танышыу, уларҙың рухи ихтияждарын асыҡлау кеүек сараларҙан торҙо. Күҙгә күҙ ҡарап асыҡ һөйләшеүҙәр һәм осрашыуҙарға әүерелде ул.
Рәшиҙә Ишембәтова
Читайте нас: