Йәркәй ауылы - Ҡырғыҙ ырыуының төп биләмәләренең береһе. Был ырыу үҙ сиратында Ҡаҙыҡай-Ҡырғыҙ менән Тәңкәй-Ҡырғыҙ ырыуҙарына бүленә.
Ҡырғыҙ башҡорттарының тамырҙары Алтайҙа һәм Урта Азияла көн иткән боронғо төрки ҡәбиләләренә барып тоташыуы билдәле. Улар үҙ сығышын Сыңғыҙхан нәҫеленән Тонаҡ бей һәм Ҡадыҡ бейгә бәйләйҙәр.
VIII-X быуаттарҙа ҡырғыҙ ырыуы Һырдаръя буйҙарына күсенә, артабан Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулыҡтарына барып сығалар, ә инде XIII-XIV быуаттарҙа Ағиҙел йылғаһы буйында тупланалар.
Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары биләгән территория Башҡортостандың Баҡалы, Илеш, Краснокама, Туймазы, Шаран райондары һәм Татарстандың Аҡтаныш, Аҙнаҡай һәм башҡа райондары.
Ҡырғыҙ ырыуының билдәле шәхестәре:
Советтар Союзы Геройы Талип Нурҡаев,
спорт атлауы буйынса донъя чемпионы Әһли Күсемов,
күренекле башҡорт шағиры Ринат Хәйри,
шағир һәм дәүләт эшмәкәре Роберт Миңнуллин,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Суфиян Поварисов,
Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡорт дәүләт академия театрының актеры Рәфил Нәбиуллин,
Башҡортостандың халыҡ артисы Иҙрис Кәлимуллин,
Рәсәйҙең билдәле йырсыһы Алһыу Сафина,
Беларусь Республикаһының сит ил эштәре буйынса элекке министры Урал Латипов