Байрам программаһында — Өфө артистарының һәм ижади коллективтарының сығышы, уйындар, йыр, бейеү көтөлә. Шулай уҡ концертта тамашасылар үҙҙәре лә әүҙем ҡатнаша аласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдан республикала Милли кейем көнө Радий Хәбировтың Указына ярашлы уҙғарыла. Республика халыҡтарының милли кейеме көндәре йылына ике тапҡыр: апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында үтәсәк.
Ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәте.