+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Апрель 2021, 10:03

"Хазина" конкурсы иғлан ителде

Ул Башҡортостан халыҡтарының Милли кейем көнөн байрам итеү сиктәрендә ойошторола.

Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто ҡатнашырға теләүселәрҙе "Хазина" конкурсында ҡатнашырға саҡыра. Ул Башҡортостан халыҡтарының Милли кейем көнөн байрам итеү сиктәрендә ойошторола.
7 апрелдән 17-нә тиклем "Бәйләнештә" һәм Instagram шәхси битендә этник стилдә милли биҙәүестәр, аксессуарҙар менән төшкән фотоһүрәтен һалырға, #Хазина2021 хештегын ҡуйырға һәм @ddn _ rb аккаунтын билдәләргә кәрәк.
Конкурсҡа 18 апрелдә йомғаҡ яһаласаҡ. Бөтәһе ике еңеүсе билдәләнәсәк, һәр социаль селтәрҙә берәр урын аласаҡ. Иң күп лайк йыйған ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырыласаҡ.
https://kulturarb.ru/
Читайте нас: