"Әле бөтә ил буйынса коронавирус афәтенән вакцинациялау бара. Вакцина ризыҡ булып иҫәпләнмәй, кеше уны туҡланыу өсөн ҡабул итмәй, шуға күрә ковидҡа ҡаршы инъекция эшләткән кешенең ураҙаһы ла боҙолмай”.
Ураҙа бәлиғ йәштәге һәр мосолман өсөн фарыз. Уны бәлиғ булмағандарға, сирлеләргә, юлсыларға, ауырлы һәм сабыйын имеҙгән ҡатын-ҡыҙға тотмаҫҡа рөхсәт ителә.
Ураҙа 13 майға хәтлем дауам итәсәк.