-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2021, 10:49

Милли кейем көнөндә - оҫталыҡ дәрестәре

Милли кейем көнөнә арналған республика акцияһында һәр кем ҡатнаша ала.

16 апрелдә Башҡортостан Республикаһында Милли кейем көнө билдәләнә. Байрам халыҡтың традицияларына, тарихына һәм мәҙәниәтенә мөрөжәғәт итергә мөмкинлек бирә. Республика халыҡ ижады үҙәге ошо уңайҙан саралар ойоштора.
14 апрелдә Республика халыҡ ижады үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә бер юлы ике акция башлана. Тәүгеһе – «Дуҫлыҡ бейеүе» акцияһы. Унда республиканың бейеү коллективтары ҡатнашырға мөмкин. Төрлө милли кейемдәрҙә 2-3 минутлыҡ бейеү күрһәтергә кәрәк. Видеоролик #ТанецДружбыБашкортостан, #Башҡортостандуҫлыҡбейеүе, #Деньнациональногокостюма, #УфаМКРБ, #УфаРЦНТРБ, #МКРБ хештегтары менән социаль селтәргә ҡуйыла.
Милли кейем көнөнә арналған республика акцияһында һәр кем ҡатнаша ала. Төп шарт — #УфаМКРБ, #УфаРЦНТРБ, #ДеньНациональногоКостюма хештегтары менән милли кейемдәрҙәге фото һәм видеоматериалдар менән уртаҡлашыу. Акциялар 16 апрелгә тиклем дауам итә.
16 апрелдә Республика халыҡ ижады үҙәгенең социаль селтәрҙәренә «Селтәр» студияһы һәм «Рябиновые бусы» рус йыры ансамбле (Белорет ҡалаһы) ҡатнашлығында Милли кейем көнөнә бағышланған видероликтар урынлаштырыла. Башҡорт милли кейеме элементтары презентацияһы һәм «Шәжәрә» флешмобы була. Шулай уҡ «Өләсәйем һандығы» видеороликтары баҫыла, ҡатнашыусылар өләсәйҙең һандығында нимә һаҡланыуы тураһында һөйләй.
Республика халыҡ ижады үҙәгенең Күмертау ҡалаһындағы филиалының «Бәйләнештә»ге төркөмөндә ҡурсаҡтар өсөн милли кейемдәр тегеү буйынса ижад һәм ҡул эштәре оҫталарының виртуаль күргәҙмәһе ойошторола.
Был көндә башҡорт милли кейемен тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен дә ҡарарға мөмкин буласаҡ. Дәрестәрҙе Гөлнара Шафиҡова һәм Юлай Ғәлиуллин үткәрә.
https://kulturarb.ru/
Читайте нас в