+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2021, 09:00

Дуҫлыҡ күперен нығытыусы матур йола

Алты көндә - ете спектакль

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театы артистары Татарстанға юл тотто. 13-17 апрелдә Ҡазанда йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар өсөн беҙҙең театр иң шәп спектаклдәр шәлкемен күрһәтәсәк.
Ике туғандаш республика араһындағы дуҫлыҡ күперен нығытыусы матур йола - М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры һәм Ғ.Камал исемендәге Татар академия драма театры бәйләнеше. Йыл да ике театр алмаш гастролдәр менән тамашасыларҙы ҡыуандыра.
6 көндә 7 спектакль, шуларҙың дүртеһе - премьера. Гастролдәр репертуарында ҙур формалы драма спектаклдәре, театрлаштырылған тамаша, пластик һәм музыкаль тамашалар йыйылған.
Читайте нас: