Борон ата-бабаларыбыҙ һарыҡ йөнөнөң бөртөгөн дә әрәм итмәгән. Йылы быймалар баҫҡан, сарыҡтар теккән, кейеҙ баҫып тирмә тышлаған, балаҫ итеп йәйгән. «Аҫылташтар» фольклор коллективы халҡыбыҙҙын боронғо йолаһын сәхнәләштергән. Тамашасыға һәм жюри ағзаларына художестволы форматта тула баҫыуҙың бөтә этаптары күрһәтелде.