+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Апрель 2021, 11:00

Башҡортостан делегацияһы Лянторҙа эшен дауам итә

Башҡортостан делегацияһы Лянтор йәмәғәт ойошмалары етәкселәре менән осрашты.

Ултырышта Башҡортостан активистарының урындарҙа эшләүе, башҡорт телен, мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеү буйынса кластар асыу мөмкинлеге, Башҡортостан Республикаһының грант проекттарында ҡатнашыу һәм башҡалар һорауҙар ҡаралды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре Ғәлим Яҡупов, Рөстәм Баянов һәм БР Мәғариф һәм фән министрлығының бүлек начальнигы Илдус Ҡаһарманов ошо мәсьәләләр буйынса консультацион һәм методик ярҙам күрһәтте.

Башҡортостан ҡунаҡтары шулай уҡ Ханты этнографик музейында булып Мөхтәр Назарғәлиевтың экспозицияһы менән танышты.

Ошо уҡ ваҡытта Лянтор мәктәптәрендә «Тамыр» телеканалы, «Аҡбуҙат» журналы командалары һәм Рәис Низаметдиновтың уҡтан атыу мәктәбе эшләне.

Киске сәғәт алтыла «Юбилей» ҡала мәҙәниәт һарайында урындағы коллективтар ҡатнашлығында байрам концерты планлаштырылғайны. Программаға махсус ҡунаҡтар — Башҡортостандан билдәле «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө саҡырылған.
https://vk.com/kurultaibashkir
Читайте нас: