+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Апрель 2021, 12:16

Танып ырыуы башҡорттары ҡор йыя

Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Хәниә Фәрхиҙҽң яҡты иҫтәлҽгҽнә бағышланған күргәҙмәләрҽ мҽнән таныштырҙы таныптар.

Иҫке Балтас ауылында Танып ырыуының съезы башлана. Башта делегаттар һәм ҡунаҡтар район мәҙәниәт һарайында ойошторолған бай күргәҙмәләр менән танышты. Унда Балтас, Тәтешле, Ҡариҙел, Асҡын райондарынан килгән Танып ырыуы вәкилдәрҽнҽң ҡул эштәрҽ, йорт йыһаздары, милли кҽйҽмдәрҽ, шәжәрәләрҽ тупланған.

Тәтешле делегаттары билдәлҽ яҡташтары Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Хәниә Фәрхиҙҽң яҡты иҫтәлҽгҽнә бағышланған күргәҙмәләрҽ мҽнән таныштырҙы. Һеңлеһе Фирүзә Ибәтуллина артистың Башҡортостанды өҙөлөп яратыуы, һағыныуы тураһында һөйләне.

«Эстрадабыҙҙың сағыу йондоҙо Хәниә Фәрхиҙең шәжәрәһҽн алып килдек. Башҡорт моңо яңғырағанда, уның йырҙары ла үлемһеҙ булыр тип ышанам. Бик яратты апайым тыуған яғын, йыш ҡайтырға тырышты. «Башҡортостанымды тыуған яғым булараҡ яраттым, ә индҽ Татарстанды - йырсы булараҡ», — тип әйтә ине. Әйтеп үтергә кәрәк, уның тыуған ауылы Үрге Сәләйҙең бер урамына Хәниә Фәрхи исеме бирелде. Быйыл уның ижадына, тормош юлына бағышланған музей ҙа асыласаҡ», — тип белдерҙе Фирүзә Ибәтуллина.

#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #Балтас #БалтачевскийРайон #Танып #ТаныпЫрыуы #башҡорттар #башкиры #ЫрыуҙарҠоро #СъездБашкирскихРодов
Читайте нас: