+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Апрель 2021, 10:00

“Айыҡ ауыл-2020” республика конкурсына йомғаҡ яһалды

Республика Башлығы Радий Хәбиров кисә Өфөнөң «Торатау» Конгресс-холында еңеүселәрҙе ҡотланы.

Радий Хәбиров еңеүселәргә диплом һәм аҡсалата сертификат тапшырҙы. Республика Башлығы әйтеүенсә, конкурс халыҡты сәләмәт тормошҡа йәлеп итеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.
Ул шулай уҡ йылдан-йыл конкурсҡа ҡыҙыҡһыныу артыуын билдәләп үтте. 2019 йылда 464 ауыл бәйгелә ҡатнашырға теләк белдерһә, 2020 йылда уларҙың һаны 2 114-кә еткән.
Быйыл “Айыҡ ауыл” республика конкурсында еңеүселәр дүрт төркөмдә асыҡланды. Бәләкәй ауылдар араһында Баймаҡ районынан Түбәнге Яйыҡбай еңеүсе булды. Уларға 5 миллион һумлыҡ сертификат бирелде.
Ҙур ауылдар номинацияһында Учалы районынан Илсе беренсе урынға лайыҡ булды.
Финалға 12 ауыл үткән.
Читайте нас: