+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Апрель 2021, 09:00

Себер тарафтарында Башҡортостан көндәре

Ханты-Манси автономиялы округында Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтә. Саралар Нижневартовск,

Лянтор ҡалаларында һәм Нижнесортымский ҡасабаһында 7-10 апрелгә планлаштырылған.
Нижневартовск милли мәҙәниәттәр үҙәгендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәренең башҡорт йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм әүҙемселәре, ата-әсәләр ойошмалары вәкилдәре менән осрашыуы үтте.

Башҡортостан делегацияһы етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов ҡоролтайҙың башҡарылған һәм планлаштырылған эштәре менән таныштырҙы. Ғәлим Миңлеғәли улы ҡоролтай иғлан иткән Башҡорт тарихы йылы тураһында һөйләне. Тематик йыл сиктәрендә республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарында аншлаг менән барған ырыуҙар йыйыны; легендар Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарының исемдәрен мәңгеләштереүҙе маҡсат итеп ҡуйған «Шайморатовсылар» проектына ентекле туҡталып китте. Шулай уҡ «Айыҡ ауыл» конкурсы тураһында ла хәбәр итте. 2020 йыл йомғаҡтары буйынса бүләкләү тантанаһы иртәгә Өфөлә Конгресс-холл бинаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үтә.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәренә туҡталды. Рөстәм Сәлим улы Ханты-Манси автономиялы өлкәһе-Юграға сығыу сиктәрендә планлаштырылған саралар тураһында тәфсирләп һөйләне, милләттәштәребеҙҙе берҙәм булырға, бергә булырға өндәне.

БР Мәғариф һәм фән министрлығының бүлек начальнигы Илдус Ҡаһарманов Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен өйрәнеү өлкәһендәге хәл менән таныштырҙы. Мәҫәлән, әгәр берәй төбәктә башҡорт теле уҡытыусыһы кәрәк булһа, педагогия белеме булған һәр кем Башҡортостан Республикаһы иҫәбенә өс ай эсендә Өфөлә квалификация алмаштыра ала. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар билдәләүенсә, улар был проект тураһында белә һәм уның менән файҙаланған да инде. Илдус Фәнил улы грант проекты сиктәрендә Рәсәйҙең алты төбәгендә, шул иҫәптән Сорғот ҡалаһында асыласаҡ йәкшәмбе мәктәптәре тураһында ла һөйләне. Мәктәптәр дөйөм белем биреү учреждениелары базаһында асыла. Уларға матди-техник средстволар тапшырыла һәм йыл дауамында башҡорт теле уҡытыусыһының хеҙмәте түләнә. Милләттәштәргә тағы ла бер ярҙам программаһы — сит төбәктәрҙәге башҡорт балаларына йәйге ял мәлендә Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге гимназияла ике аҙна дауамында йәшәү, башҡорт мәҙәниәте һәм тарихы менән танышыу мөмкинлеге бирелеүе.

Сарала ҡатнашыусыларҙы билдәле шағирә, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Лариса Абдуллина вахтала эшләүсе ирҙәр тураһындағы шиғыры менән сәләмләне. Артабан ул балалар журналы хаҡында һөйләне һәм баҫмаға яҙылырға саҡырҙы, балаларын туған телендә уҡырға өйрәтергә саҡырҙы.

Артабан Башҡортостан делегацияһы Шуваев исемендәге тыуған яҡты өйрәнеү музейына юлланды.

#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #БашҡортостанКөндәре #ДниБашкирскойКультуры #Нижневартовск #ХМАО
Читайте нас: