-19 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Апрель 2021, 12:16
Чемпион Руслан Яманбаев Башҡортостанға ҡайтты
Мәскәүҙә Экстремаль алыш төрҙәре буйынса чемпионат үтте.
Руслан Яманбаев ярым еңел ауырлыҡта чемпион исеме өсөн Рәсүл Магомедов менән алышты. Ҡыҙыу башланып киткән алыш тейешле 5 раудҡа һуҙылманы.
Тәүҙә Руслан дәғүәсеһен көслө хук менән ҡаҡшатты. Көрәште спортсылар партерҙа тамамланы. Яманбаев Магомедовҡа ҡарата быуыу алымын ҡулланып уны бирелергә мәжбүр итте. Руслан ғаиләһенә һәм тренерҙарына рәхмәт белдерҙе.
https://bash.news/bash
Башҡорт батыры Руслан Яманбаев Дәүләкән ҡалаһында тыуған, Шишмәлә үҫкән, күп йылдар Екатеринбургта сығыш яһаған. Әлеге ваҡытта Нефтекама ҡалаһы исеменән көрәштәрҙә ҡатнаша. "Кочевник" ҡушаматын алған.
Читайте нас: