-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2021, 09:00

«Йәшел Башҡортостан» һәм «Хәтер баҡсаһы» акцияларына һеҙ ҙә ҡушыла алаһығыҙ

35 меңгә яҡын кеше экологик сараларҙа ҡатнашырға теләк белдергән.

«Йәшел Башҡортостан» ағас ултыртыу акцияһының беренсе этабы 24 апрелдә — «Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара проекты сиктәрендә ойошторола. Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Ирина Голованова хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә ошо турала белдерҙе. Был маҡсатта республиканың ҡала һәм райондарында 670 биләмә билдәләнгән. Бөгөнгә 35 меңгә яҡын кеше экологик саралар ҡатнашырға теләк белдергән.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы вәкиленең докладын республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов тулыландырҙы. Уның һүҙҙәренсә, «Йәшел Башҡортостан» һәм «Хәтер баҡсаһы» акциялары барышында республикала 250 гектарҙан ашыу майҙанда ағас ултыртыла. Тулыраҡ мәғлүмәт – садпамяти2021.рф сайтында.
Быйыл акцияның төп майҙансығы итеп Шишмә районы Әмин ауылы янындағы биләмә һайланған. Унда 10 меңгә тиклем ылыҫлы ағас үҫентеһе ултыртыу күҙаллана.
Урман хужалығы министрлығы республиканың дәүләт урман фондын тергеҙеү йәһәтенән 1 миллионға тиклем ағас, ҡыуаҡ әҙерләгән.
«Хәтер баҡсаһы» акцияһы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса уҙғарыла. Уны ойоштороусылар – «Еңеү ирекмәндәре» хәрәкәте һәм Еңеү полководецтарының Хәтер фонды. Республика етәксеһе Радий Хәбиров та оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта әйтте.
«Тарихи хәтергә һәм экологияға бәйле бөтә нәмә – президенттың иғтибар үҙәгендә. Бының өсөн беҙгә йәмәғәтселек башланғысын күберәк файҙаланырға кәрәк. Тәбиғәт тураһында хәстәрлек күргән Матвей Анискин кеүек балаларҙың үҫеп килеүе бик шәп», — тип иҫенә төшөрҙө ул Иглин районынан йәш экоблогерҙы һәм муниципалитет башлыҡтарына ошондай әүҙемселәргә иғтибар итергә ҡушты.
Читайте нас в