+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2021, 18:50

Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек дауам итә

Һеҙҙең яҡта ниндәй балаҫ һуғалар? Башҡорт оҫтабикәләре балаҫтың бер нисә төрөн яһаған:

буй балаҫ, келәм, балаҫ.
Сибай ҡалаһында Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә I туҡыу буйынса асыҡ форум уҙасаҡ.
I туҡыу буйынса асыҡ форум (туҡыусыларҙың ижади лабораторияһы) Сибай ҡалаһында 9 – 11 апрелдә үтәсәк.
Башҡорттарҙа һәр төбәктә туҡыу һәм балаҫ һуғыу сәнғәтенең айырым үҙенсәлектәре бар. Башҡорт оҫтабикәләре балаҫтың бер нисә төрөн яһаған: буй балаҫ, келәм, балаҫ.
Форумдың маҡсаты – башҡорт туҡыу сәнғәтен хәҙерге заман шарттарында һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү, туҡыу станоктарының боронғо технологияларын тергеҙеү, онотолоп барған алымдарҙы тергеҙеү, туҡыу буйынса дәрестәрҙе художество мәктәптәре уҡыусыларының һәм профелле уҡыу йорттары студенттарының уҡыу программаһына индереү, Бөтә донъя фольклориадаһына ҡарата сувенирҙар яһарға өйрәтеү.
Форум сиктәрендә ҡулдан һуғылған туҡымалар, туҡыу станоктары һәм сувенир әйберҙәрҙең һыҙмаларынан торған күргәҙмә ойоштороласаҡ. Шулай уҡ тиҙлеккә еп оҙатыу бәйгеһе уҙасаҡ. Оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыусылар һуҡма шәл яһарға, биҙәкле туҡыма һәм билбау туҡырға, дүрт педалле станокта эшләргә өйрәнәсәк.
Сараның ойоштороусылары – БР-ҙың Мәҙәниәт министрлығы, Сибай ҡалаһы хакимиәте, Камил Вәлеев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы, Сибай ҡалаһы хакимиәтенең Сәнғәт идаралығы, БР-ҙың атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы “Урал батыр” сәсәндәр мәктәбе, Сибай ҡалаһының “Ағинәйҙәр ҡоро” советы. Форум Республика халыҡ ижады үҙәге, Республика уҡытыу-методик үҙәге, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм БР Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ярҙамында үткәрелә.
https://kulturarb.ru/
Читайте нас: