+2 °С
Болотло
«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләтле уҡыусылар, өлкәндәр тормошона аяҡ баҫҡас, әҙәбиәт менән шөғөлләнергә теләмәй. Беҙҙең бурыс – башҡорт әҙәбиәтен үҫтереү, уларҙың үҙҙәренә ышанысын нығытыу һәм ижади офоҡтарын киңәйтеү. Әлфиә Мостай ҡыҙы һәм Фонд хеҙмәткәрҙәре менән бер әңгәмәлә «Йондоҙҙарҙай күреп, мин күҙҙәргә ҡарап барамын…» конкурсын үткәреү идеяһы тыуҙы ла инде. Декабрҙә, эштәргә йомғаҡ яһалғас, башҡорт әҙәбиәтен һөйөүселәргә йәш шағирҙарҙың һәм яҙыусыларҙың яңы исемдәре асылыр тип ышанабыҙ».