+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Апрель 2021, 14:00

Валерий Меладзе - «Яңы Моң»да

Билдәле йырсы, Рәсәй эстрадаһы йондоҙо Валерий Меладзе «Яңы Моң» конкурсының жюри ағзаһы булды.

Билдәле йырсы, Рәсәй эстрадаһы йондоҙо Валерий Меладзе «Яңы Моң» конкурсының жюри ағзаһы булды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йәштәр өсөн телешоуҙың етәксеһе Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей).
Һәр аҙна һайын «Яңы Моң» конкурсының жюри ағзаһы итеп ике билдәле артист саҡырыла. Үткән аҙнала шулай уҡ Башҡортостан Юлдаш Телевидениеһы студияһында Башҡортостандың халыҡ артисы, актер, режиссер һәм эстрада йырсыһы Азат Йыһаншин булды. Даими жюри ағзалары – Радик Юлъяҡшин, продюсер Лина Арифуллина һәм йырсы Гөлназ Асаева.
Проект Башҡортостан Юлдаш Телевидениеһы эфирында шәмбе һайын 19.30 сәғәттә күрһәтелә. Конкурс май айына тиклем бара. Тамашасылар үҙҙәренә оҡшаған ҡатнашыусы өсөн тауыш бирә ала.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: