Осрашыуҙа халыҡ мәҙәниәтен һаҡлау, тел проблемалары, үҫеп килеүсе йәш быуынды рухи һәм әхлаҡи йәһәттән үҫтереү мәсьәләләре күтәрелде. Сит төбәктәрҙән килгән ҡунаҡтар билдәләүенсә, бөгөн Башҡортостанда ғына ысын удмурттар йәшәй. Сөнки улар тыуған телен, милли мәҙәниәтен, рухи мираҫын һәм этник үҙенсәлеген һаҡлап ҡалыуға өлгәшкән.