+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Апрель 2021, 09:00

Быйыл айыуҙар һуңлап уянған

Апрель башында айыуҙарға өңдән сығыу һуңыраҡ тип баһалана. Был оҙайлы ҡыш менән аңлатыла.

оҙайлы ҡыш. «Башҡортостан» милли паркында айыу ҡышҡы йоҡонан уянған. Ҡарҙағы эҙ буйынса ҡарағанда, был ата айыу, тип билдәләй парк хеҙмәткәрҙәре.
Тәүге ике аҙнала йоҡонан уянған тайыштабандар әле тамыр, ағас бөрөләре менән туҡлана. Әгәр көндәр һалҡынайһа, айыу кире өңөнә йәшенеүе лә ихтимал. Апрель уртаһында иһә инә һәм кескәй айыуҙар ҙа сыға.
Әлфинә Килдейәрова
Читайте нас: