+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Апрель 2021, 14:55

«Йөрәк һүҙе» ҡайта!

2020 йылғы проекттың финалсылары билдәләнде

«Былтыр пандемия арҡаһында проектта финалға сығыусыларҙы һәм еңеүселәрҙе билдәләп булмағайны, быйыл, ниһайәт, финалсылар билдәләнде», тип хәбәр итте проекттың авторы һәм етәксеһе Наилә Сәфәрғолова проекттың рәсми аккаунтында.
Конкурсҡа ебәрелгән 87 видеояҙманы ҡарағандан һуң, жюри финалға 12 ҡатнашыусыны һайлап алды. Эксперт комиссияһын Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Эльвира Әхтәм ҡыҙы Юнысова етәкләй. Шулай уҡ жюри ағзалары составында:
- Риф Фәтих улы Ғәбитов - Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты,
- Наилә Ғизетдин ҡыҙы Ғәләүетдинова - Башҡортостандың халыҡ артисы һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,
- Рәис Абдрахман улы Исмәғилев, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,
- Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,"Ағиҙел" журналының баш мөхәррире, яҙыусы, драматург, шағир.
Иғтибар!!! Иғтибар!!! Иғтибар!!!
"Йөрәк һүҙе" шиғриәт бәйгеһенең финалистары билдәләнде!!!
Улар:
- Руслан Абдуллин - Күгәрсен районы мәҙәниәт йорто режиссёры;
- Хәлисә Багаева - Фёдоровка районы, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, хаҡлы ялда;
- Марс Сәитғәлин - Әбйәлил районының Байым мәҙәниәт йорто директоры;
- Зилиә Йәнбулатова - Өфө ҡалаһы, судья, хаҡлы ялда;
- Гөлфирә Әхмәтшина - Благовар районы, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, хаҡлы ялда;
- Гүзәл Батталова - Туймазы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге баш белгесе;
- Инсаф Йәмилев - Өфө ҡалаһында МФЦла юристконсультант вазифаһында эшләй;
- Гөлдәр Хәйбуллина - Стәрлебаш районы, хаҡлы ялда;
- Эльвина Семёнова - Стәрлетамаҡ ҡалаһы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы студенткаһы;
- Шәүрә Мырҙагәрәева - Өфө ҡалаһында матурлыҡ салонында эшләй;
- Әлиә Шиһапова - М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенткаһы;
- Нәфис Сәғитуллин - Белорет районы Инйәр ҡасабаһы, мәктәп уҡыусыһы.
Дуҫтар, бәйгеселәргә уныштар теләйек!!!
Читайте нас: