Башҡортостан Республикаһының Милли музейы "Музейға бүләккә" тип аталған акция уҙғара.
Теләгән кеше музей фондын тулыландырыуға өлөш индерә ала. Иң әүҙемдәргә бүләккә музейға йыллыҡ абонемент та биреләсәк.
Акцияның еңеүселәре 4 номинацияға тап килгән ҡомартҡылар буйынса билдәләнәсәк:
"Иң тәүге" - йәше буйынса боронғо экспонат;
"Ҡомартҡы-легенда" - ҡыҙыҡлы тарихлы экспонат;
"Дәүер экспонаты" - үҙ заманын асыҡ кәүҙәләндергән экспонат;
"Раритет"- иң уникаль экспонат.
Һөҙөмтәләр 18 май - "Музейҙар төнө"ндә билдәле буласаҡ.
Музейҙың адресы һәм телефоны: Өфө, Совет урамы, 14, 8 (347) 272-49-52.