+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Апрель 2021, 09:00

«Башҡортостан Республикаһынан ситтә Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре» проекты

2021 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ошо проект сиктәрендә

Рәсәй төбәктәрендә төрлө саралар үткәрергә планлаштыра. Проект Рәсәй субъекттарында тупланып йәшәгән ватандаштарыбыҙ араһында башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен, телен һаҡлауға һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.
8-10 апрелдә Башҡортостан делегацияһы Ханты-Манси автономиялы округына бара. Бында ҡырҡ мең самаһы милләттәшебеҙ йәшәй. Саралар Нижневартовск, Лянтор, Сорғот ҡалаларында һәм Нижнесортымский ҡасабаһында ойошторола.
Сара сиктәрендә төрлө форматлы осрашыуҙар: тыуған ерҙән ситтә милли үҙенсәлекте һаҡлау һәм үҫтереү проблемалары буйынса фекер алышыуҙар, башҡорт диаспораһы вәкилдәре өсөн көнүҙәк мәсьәләләр буйынса консультациялар, мәҙәни-ағартыу кисәләре ойоштороласаҡ. Башҡорт коллективтарын матди-техник яҡтан тәьмин итеүгә айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Лянтор ҡалаһында Лянтор нефть ятҡылығын асыусы һәм ҡалаға нигеҙ һалыусы Мөхтәр Бәхтиғәни улы Назарғәлиевтың барельефына сәскәләр һалыу тантанаһы була. Нижнесортымский ҡасабаһында уға нигеҙ һалыусы техник фәндәр докторы, профессор Зинур Мирсәлим улы Хөсәйеновты\ хөрмәтенә саралар ҡаралған. «Башҡорт теле — башҡорт иле» традицион мәҙәни-тарихи мәктәбе проекты сиктәрендә Сорғот ҡалаһындағы 25-се мәктәп базаһында башҡорт телен һәм мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса йәкшәмбе мәктәбен асыу һәм класты йыһазландырыу өсөн матди-техник саралар тапшырыу тантанаһы була. Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре Ханты-Манси автономиялы округының ижади коллективтары ҡатнашлығындағы тантаналы концерт программаһы менән тамамлана.

https://kurultai.ru/ba/
Читайте нас: