+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Апрель 2021, 08:00
Бөгөндән табипҡа яҙылыу номеры үҙгәрәсәк
Табипҡа яҙылыу өсөн берҙәм номер һандарын йыйырға кәрәк буласаҡ
Хәҙер элекке кеүек 1301 түгел, ә 122 һандарын йыйырға кәрәк.
Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, Башҡортостан – Рәсәйҙә табипҡа яҙылыуҙың берҙәм номеры тулыһынса эшләгән берҙән-бер төбәк. Көтөү ваҡыты, ҡағиҙә булараҡ, бер минуттан артмай, ҡыҫҡа номерға шылтыратыуҙарға тариф билдәләнмәй.
Табипҡа яҙылыуға, табип саҡыртыуға һәм прививка яһатыуға бәйле һорауҙар менән иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 7-гә тиклем шылтыратырға мөмкин.
Әлеге ваҡытта республикала белгестәргә регистратурала, ҡабул итеү барышында, мәғлүмәт киоскылары, телефон йәки интернет аша яҙылырға була.
https://
www.bashinform.ru/news/1576000-s-1-aprelya-dlya-zapisi-k-vrachu-nuzhno-zvonit-po-nomeru-122/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас:
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы