+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Март 2021, 10:51

Тәрилкә ватылды - эш башланды!

Символик мәғәнәгә эйә булған был ритуалды

фильмдың режиссеры Булат Йосопов үтәне.
Өфөлә «Шағир көндәлеге» нәфис фильмын төшөрөүгә старт бирелде. Рәми Ғарипов ижады һәм яҙмышы Өфө, Салауат районы, Малеевка, Переделкинола барған тарихи-мәҙәни ваҡиғаларға бәйләп һынландырыласаҡ.
Ҙур проект, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов хаҡында нәфис фильмды төшөрөүгә старт ижади коллективҡа тупланған һөнәр эйәләренең исемдәре һәм башҡарған эштәрен теркәгән тәрилкәне ватыуҙан башланды. Символик мәғәнәгә эйә булған был ритуалды фильмдың режиссеры Булат Йосопов үтәне. Башҡортостандың халыҡ шағиры тураһында нәфис фильм да тамашасы өсөн ҙур тарихи-мәҙәни ваҡиға буласаҡ, тип ышандыра билдәле кинорежиссер.
Беҙҙең ғаиләлә Рәми Ғариповты иҫкә төшөрмәгән көн булманы. Атайымдың яҡын дуҫы Рәми Йәғәфәр улы уның ижадына ла ҙур йоғонто яһаны. Уларҙың быуыын йәш ваҡыттан уҡ эшлекле һәм әүҙем булған. Беҙҙең фильмды ҡарап йәштәребеҙ илһамланһын тип теләйем.
Булат Йосопов, кинорежиссер, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты
Рәми Ғарипов яҙмышы тураһында тулы метражлы нәфис фильм «Беренсе Республика»,»Бабич» трилогияһын тамамлаясаҡ. Был фильмды ҙур экранға сығарыуҙа ла тәүгеләрендә ҡатнашҡан ижади төркөм эшләй. Кинопродюсер Леонид Филинов өсөн «Шағир көндәлеге» бишенсе тулы метражлы башҡорт нәфис фильмы.
«Беренсе Республика» , «Бабич» нәфис фильмдарын тулыландырасаҡ фильмды төшөрөү беҙҙән бик күп рухи һәм ижади көс талап итә. Өфөлә көндән-көн боронғо биналар кәмей бара, беҙ күп кенә мезансценаларҙы үҙебеҙ компьютерҙа ҡорайбыҙ, реквизит туплайбыҙ.
Леонид Филинов, кинопродюсер
Фильмда Рәми Ғарипов ғүмере буйы үҙ өҫтөндә эшләгән шағир, башҡорт телен, мәҙәниәтен үҫтереүгә күп көс һалған шәхес, тәржемәсе, башҡорт телендә журналдар асыусы олуғ әҙип һәм журналист булараҡ һынландырыла.
Быйыл йәй һәм көҙ айҙарында трилогияны төшөрөүсе ижади төркөм бик тығыҙ графикта эшләйәсәк. «Шағир көндәлеге» нәфис фильмы 2022 йылдың февралендә Халыҡ шағирының 90 йыллыҡ юбилейына зәңгәр экранға сығыр тип күҙаллана.
«Шағир көндәлеге» халыҡ аҡсаһына төшөрөлгән тәүге нәфис фильм. Уны төшөрөү өсөн халыҡтан миллион һумдан ашыу аҡса йыйылған. Фильмдың дөйөм бюджеты 23,3 миллион һум тәшкил итә, 16 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы күрһәтелгән. Әлеге ваҡытта фильм бюджетының 70 проценты ғына йыйылған. Ижади төркөм халыҡтан реквизиттар буйынса,меценат-эшҡыуарҙарҙан массовканы туҡландырыу буйынса ярҙам көтөп ҡала.
Гүзәл Борханова
https://bash.news/bash
Читайте нас: