+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Март 2021, 12:00

Республикала беренсе балалар киностудияһы асылды

Киностудияға 12 йәштән 17 йәшкә тиклем балалар ҡабул ителә.

Белоретта балалар музыка мәктәбе нигеҙендә балалар киностудияһы асылды. Был турала Белорет районы башлығы Андрей Иванюта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. «Бер йыл элек миңә режиссер Салауат Вәхитов шылтыратып, Белоретта балалар киностудияһы асырға тәҡдим итте. Был идея миңә бик оҡшаны. Бина һайлап, профессиональ йыһаздар һатып алып, беҙ Республикала беренсе балалар киностудияһын астыҡ, - тине район башлығы.
Уның һүҙҙәре буйынса, бында балалар үҙҙәрен сценарий яҙыусы, видеооператор, режиссер һәм актер ролендә һынап ҡарай аласаҡ. Киностудияға 12 йәштән 17 йәшкә тиклем балалар ҡабул ителә.
«Киностудияға - уңыштар, ә уның уҡыусыларына илһамланып ижад итеүҙәрен теләйем. Хәйерле сәғәттә, балалар!» - тине Иванюта.
Л.Аралбаева
Читайте нас: