31 мартта Башҡорт дәүләт филармонияһында «Йырҙарым минең…» исемле музыкаль монолог менән Башҡортотсандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина сығыш яһай. Уның моңло, дәртле, фәһемле, ялҡынлы, мөхәббәтле концертына рәхим итегеҙ.
Һәр кешенең үҙ яҙмышы. Был донъяла үҙе һайлаған юлы… Ғөмүмән, һәр кем был донъяға үҙ тәғәйенләнеше менән килә. Әлфиә Юлсуринаның музыкаль-монологы ла тап шул хаҡта. «Аҡлы-ҡаралы яҙмыш», еңеүҙәр һәм еңелеүҙәр аша алға барыу…
Әлфиә Мырҙабулат ҡыҙы һикәлтәле тормош һуҡмаҡтарын үтеп, бөгөн ҙур сәнәләрҙә яҡты йондоҙ булып балҡый. Уны ғына яратҡан, уның ижадын мөкиббән китеп һөйгән тамашасыһы бар. Артист өсөн был оло бәхет. Матурлыҡҡа, илаһилыҡҡа, мөхәббәткә ҡоролған «Йырҙарым минең…» музыкаль монологында юбилярҙың сәхнәләш дуҫтары ла ҡатнашасаҡ,» — тип мәғлүмәт менән уртаҡлашты тамашаның режиссеры Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.
Әлфиә Юлсурина һәр ваҡыт эҙләнеү өҫтөндә. Уның һәр концерты үҙенсәлекле. Олег Ханов менән дуэтта ҡуйылған «Һин бәхетле! Ә мин?..» музыкаль романы ҙур уңыш менән үтте. Ә был юлы Әлфиә Юлсурина тамашасы хөкөмөнә нимә сығарыр икән?.. Кисәгә килгәс, белерһегеҙ.