Башҡортостан Республикаһы 100 башҡорт йыры тупланған йыйынтыҡҡа патент алды. Улар араһында төрлө жанрҙағы йырҙар – «оҙон көй», «һалмаҡ көй», «ҡыҫҡа көй» бар. Исемлектә – «Урал», «Буранбай», «Зөлхизә», «Ҡаһым түрә», «Салауат», «Гөлнәзирә» һәм башҡалар.
«Башинформ»ға Республика халыҡ ижады үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Роспатенттың мәғлүмәттәр базаһына һәр композиция тураһында мәғлүмәт: йырҙың тарихы, ноталар һәм текст индерелгән. Тыңлау өсөн тура һылтанма ла бар. Патент алған йырҙарҙың тулы исемлеге Республика халыҡ ижады үҙәге сайтына урынлаштырыла.