+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Март 2021, 19:47

«Ҡармаҡ-шоу»

Халыҡ-ара көлкө көнөндә яңы проекттың презентацияһы үтә.

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Ҡармаҡ» юмористик клубы үҙ эшен башланы. Яңы ижади проект сиктәрендә скетчтар ҡуйыла.
Ҡыҫҡа юмористик сәхнәләштереүҙәр көнүҙәк темаларға арналған, башлыса ауыл һәм ҡалала йәшәүселәрҙең ябай тормошо күрһәтеләсәк. Клуб резиденттары булараҡ Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы Шаһит Хамматов һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Иҙел Аралбаев сығыш яһай. Әлегә биш скетч өҫтөндә эш тамамланған, тиҙҙән улар интернет киңлектәрендә донъя күрәсәк. Шулай уҡ ижади проект авторҙары республика телеканалдары менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырырға ниәтләй.
Халыҡ-ара көлкө көнөндә яңы проекттың презентацияһы үтә. «Ҡармаҡ-шоу» юмор байрамына билдәле кәмитселәр, пародия оҫталары, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ла саҡырылған. «Башҡортостан» дәүләт концерт залы етәкселеге билдәләүенсә, юмористик клубтың киләсәге өмөтлө, ижади составты яңы исемдәр менән байытыу ҡаралған.
Проектта билдәле артистар һәм юмор оҫталары ҡатнаша, улар тамашасыны көнүҙәк проблемаларға юмор аша ҡарарға өйрәтә.
https://kulturarb.ru/
Читайте нас: