+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Март 2021, 11:00

Мөхәббәтле премьера

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында эш гөрләй.

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында эш гөрләй. Башҡорт труппаһы Наил Ғәйетбайҙың "Ғашиҡтар көнө" спектакле өҫтөндә эшләй. Ауылдан ҡалаға килгән йәштәр ниндәй мажараға тарый? Кем кемгә ғашиҡ? Улар бер-береһенә тап килерме?... Ошо һәм бүтән бик күп һорауҙарға музыкаль комедияны ҡарап ҡына яуап алырға мөмкин. Премьера 8, 9 апрелгә планлаштырылған. Осрашыу урыны - Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры. Был "свиданиеға" һуңламай килеүегеҙ хәйерле, сөнки урындар һанаулы ғына ҡалған.
Р. Ырыҫҡужина
Читайте нас: