+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Март 2021, 12:00

"Өләсәйем һандығы"

Ошондай исем аҫтында республикабыҙ районында фольклор байрамы үтте.

Балтас районы Түбән Ҡарыш ауылы мәҙәниәт йортонда «Өләсәйем һандығы» тигән фольклор байрамы үтте.

Сара башҡорт халҡының онотола барған ғөрөф-ғәҙәттәрен хәтерҙә яңыртыу hәм һаҡлау, элекке осорҙоң матурлығын күрһәтеү маҡсатынан үткәрелде.

Кисә алдынан мәҙәниәт йортоноң бер мөйөшөнә һандыҡта һаҡланған әйберҙәрҙән күргәҙмә ойошторолдо. Ауылыбыҙҙың ағинәйе Әлфинә Нуримова йәш ваҡытын иҫкә төшөрөп, кис ултырғанда сиккән таҫтамалдары, бәйләгән селтәрҙәре, сиккән мендәр тыштары, ашъяулыҡтары тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Һандыҡтың иң ҡәҙерле әйбере, моғайын, фронттан килгән хаттар булғандыр. Уларҙы күҙ ҡараһылай һаҡлаған , сөнки быуындан-быуынға тапшырылған был изге ҡомартҡылар — һуғыштан ҡайтмаған иң ҡәҙерле туғанының хаттары.

Гөлназ Ғәлләмова,
Балтас районы.
Читайте нас: