+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Март 2021, 15:00

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында премьера!

Бер мәл урманда Айыу, Бүре, Эт һәм Ҡуян бергә тап була...Шул саҡ уларға Төлкө килә...

28 мартта Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында “Етем төлкө” спектакле башҡорт телендә ҡуйыласаҡ
Бер мәл урманда Айыу, Бүре, Эт һәм Ҡуян бергә тап була. Улар ҙур татыу ғаилә булып йәшәргә ҡарар итә. Өй һалалар, һыйыр алалар, тырышып эшләйҙәр һәм мул тормошта йәшәй башлайҙар. Шул саҡ уларға Төлкө килә...
Башҡорт халыҡ әкиәттәренә нигеҙләнгән был спектакль балаларҙы дуҫ һәм берҙәм булырға өйрәтәсәк, алдашыуҙың насарлыҡҡа килтереүен аңлатасаҡ.
Башлана 16 сәғәттә. Йәш сикләүе 0+ .
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
Читайте нас: