-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Март 2021, 13:00

«Ҡарауанһарай»ға - 175 йыл

Бөгөн юбилей сараларын билдәләү тураһында указға ҡул ҡуйылды.

2021 йылда Ырымбурҙағы «Ҡарауанһарай» тарихи-архитектура комплексының 175 йыллығына арналған саралар ойошторола. Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡул ҡуйған указ 2021 йылдың 26 мартында республиканың хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Хөкүмәт вице-премьеры Азат Баҙранов етәкселегендә сараларға әҙерләнеү һәм уларҙы уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты раҫланған.
Ырымбурҙа тарихи-архитектура комплексы 1837-1846 йылдарҙа ирекле иғәнәгә Башҡорт-мишәр ғәскәре командующийы канцелярияһы, Ырымбурға «үҙ йомошо һәм эш буйынса» килгән башҡорттар һәм мишәрҙәр өсөн ҡунаҡхана, башҡорттар өсөн оҫтахана һәм мәктәп өсөн төҙөлгән. Тарихи-архитектура комплексы Башҡорт халыҡ йортонан һәм мәсеттән тора.1917-1918 йылдарҙа Каруанһарайҙа республика хөкүмәте резиденцияһы һәм башҡорт ғәскәре урынлашҡан.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Читайте нас: