-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2021, 17:00

Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы үҙенең оло юбилейын билдәләй

Милли китапхана республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәйҙә лә иң олпаттарҙан һанала.

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы үҙенең оло юбилейын – 185 йәшен билдәләй. 1836 йылда Өфөлә Дворяндар Йыйылышы ҡарамағындағы тәүге китапхана асыла. Сауҙагәр Николай Блохиндың китап магазинынан, шәхси китапхана-уҡыу залынан халыҡ өҙөлмәй. 1921 йылда Өфөлә Үҙәк ғилми китапхана ойошторола. Эшләй башлағанда унда 17 мең ярым тирәһе китап иҫәпләнгән. Артабан ул Үҙәк мосолман китапханаһын, бер ни тиклем ваҡыт уҙғас, Максим Горький исемендәге Үҙәк китапхананы үҙенең ҡанаты аҫтына ала. Ә инде 1936 йылда республика статусына күтәрелә, күпмелер ваҡыт Надежда Крупская исемен йөрөтә. Уҙған быуаттың 80-се йылдарында Республика балалар китапханаһы менән Республика үҫмерҙәр китапханаһын да уға ҡушалар. Ә 1992 йылда Башҡортостандың Милли китапханаһы итеп үҙгәртелеүҙән тыш уға Әхмәтзәки Вәлиди исеме бирелә.
Әлеге ваҡытта китапхана фондында 3,3 миллион самаһы берәмек иҫәпләнә. Йыл һайын китапханаға 200 меңгә яҡын уҡыусы йөрөй, уларға миллион ярымдан ашыу баҫма бирелә. Юбилей датаһына ярашлы Милли китапханала тематик саралар үткәрелә, китаптар, виртуаль һәм картиналар күргәҙмәләре һәм фильмдар күрһәтеү ойошторола. 20 апрелдә «Торатау» конгресс-холында Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының 185 йыллығына арналған «Төбәк мәҙәни киңлегендә китапханалар: Традициялар һәм инновациялар» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үтә.
Читайте нас: