-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Март 2021, 14:00

«Донъя тирәләй» концерт программаһы менән республика буйлап

«Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле республика буйлап гастролдәргә сыҡты. Бөгөн коллектив

Шаран ауылында сығыш яһай, ә 26 мартта Мишкәлә концерт көтөлә. «Мираҫ» тамашасыларҙы ансамблдең иң яҡшы номерҙары менән таныштыра. «Донъя тирәләй» концерттары программаһында – донъя халыҡтарының йыр-бейеүҙәре: башҡорт, татар, рус, молдаван, итальян, ҡытай һәм төрөк номерҙары.
Апрелдә лә «Мираҫ» ансамбле республика буйлап сәйәхәтен дауам итә һәм Белоретта, Учалыла, Асҡарҙа, Баймаҡта, Иҫәнғолда, Архангелдә сығыш яһай.
«Мираҫ»тың сәнғәте Рәсәйҙең бик күп ҡалаларына таныш, улар араһында – Мәскәү, Санкт-Петербург, Сочи, Түбәнге Новгород, Чебоксар, Һамар, Ҡырым ҡалалары һәм башҡалар. Ансамбль Рәсәй һәм сит ил гастролдәре географияһын да даими киңәйтә, ул Франция, Испания, Португалия, Италия, Бельгия, Германия, Люксембург, Болгария, Венгрия, Швейцария, Бөйөк Британия, Төркиә тамашасылары өсөн сығыш яһаған.
«Мираҫ» – Өфөнөң һәм республиканың визит карточкаһы, байрамдарҙың һәм тантаналы сараларҙың биҙәге. Ансамбль артистары араһында – халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаттары, күптәре маҡтаулы исемдәргә һәм наградаларға эйә. Ансамблдең һәр программаһы үҙенсәлекле, һәр номерҙың үҙ стиле бар, башҡорт еренең матурлығын һәм байлығын сағылдырған милли колорит менән һуғарылған.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в