+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Март 2021, 20:00

Бөтә донъя Фольклориадаһын ҡаршылап

Ҙур сара өсөн әүҙемдәр кәрәк!

Быйыл июлдә республикала Бөтә донъя Фольклориадаһы үтә. Халыҡ-ара мәҙәниәт фестивалендә байтаҡ илдәрҙән халыҡ ынйыларын башҡарыусылар ҡатнаша. Уларға ярҙам итеү маҡсатында ирекмәндәр туплау башланды. Башҡортостан волонтерҙар хәрәкәте үҙәге етәксеһе Илшат Биҡҡолов:
“Беҙгә меңдән ашыу ирекмән кәрәк буласаҡ ошо фольклориадала ярҙам итер өсөн. Бөтә донъя Фольклориадаһына 2500-гә яҡын кешенең килеүе көтөлә. Уларҙы матур итеп ҡаршы алырға, оҙатып йөрөргә, Башҡортостаныбыҙ, уның баш ҡалаһы менән яҡындан таныштырырға бигерәк тә сит тел белгән ирекмәндәр кәрәк буласаҡ. 34 ҡала, районында 7 фестиваль округы билдәләнгән. Фольклориаданың күсмә өлөшө ошо биләмәләрҙә үтергә тейеш. Унда ла беҙгә ирекмәндәр ярҙамы кәрәгәсәк. Кем ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, добро.ру сайтында заявкаһын ҡалдыра ала. Теркәлеү апрель уртаһына тиклем барасаҡ. Ирекмәндәр өсөн уҡыуҙар, инструктаждар үткәреләсәк, уларҙы экипировка менән тәьмин итәсәкбеҙ, вакцинация ла буласаҡ”.
Бөтә донъя Фольклориадаһы 4 йылға бер тапҡыр ойошторола. Ул мәҙәни мираҫ өлгөләрен күрһәтеү һәм һаҡлау маҡсатында уҙғарыла.
Читайте нас: